Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАР ТОТОУ

Просмотров: 917

ҠАР ТОТОУ, тупраҡта дым запасын арттырыу һәм ҡышлаған үҫемлектәрҙе (ужым иген культураларын, күп йыллыҡ үҫемлектәрҙе һ.б.) һаҡлау өсөн баҫыуҙарҙа ҡар йыйыу. Ҡар м‑н ҡапланған тупраҡ ҡыш көнө ел эрозияһына бирелмәй, аҙыраҡ туңа һәм юғары дым арҡаһында яҙғы елдәрҙең тәьҫиренә яҡшыраҡ ҡаршы тора. Ҡ.т. өсөн ҡар валдары ҡырҡыла, үҫтерелгән үҫемлектәрҙең ҡамылы һәм һабаҡтары ҡалдырыла, кулиса үҫемлектәре сәселә, төрлө конструкциялы ҡалҡандар ҡуйыла. Башҡортостанда иң таралған һәм юғары етештереүсәнле ысул — трактор ҡар һабандары йәки ҡар һөргөс‑вал яһағыстар ярҙамында ҡыш эсендә 2—3 тапҡыр өҫтөнлөк иткән елдәрҙең йүнәлешенә арҡыры бер-береһенән 5—7 м алыҫлыҡта ҡар валдары яһау. Вал ҡырҡҡанда ҡар япмаһының бейеклеге 70 см етә, һыу запастары 1700 т/га тиклем арта. Ҡ.т. өсөн ҡамыл баҫыуҙа тотошлай йәки һыҙаттар м‑н ҡалдырыла (ҡамыл кулисалары). Кулиса үҫемлектәрен сәсеү (көнбағыш, кукуруз, рапс, шипкән) ҡарҙың пар баҫыуҙарында йыйылыуын һәм тигеҙ итеп бүленеүен тәьмин итә. Кулисалар ҡарҙағы һыуҙың запасын 900 т/га тиклем арттыра, ужым культураларын түбән т‑ранан һаҡлай, ҡар һыуҙарының ағып китеүен кәметә һәм ужым арышының уңдырышлы булыуын 3,0—3,5 ц/га арттыра. Ҡ.т. иҡт. һәм агрономик яҡтан һөҙөмтәле ысулы булып баҫыу һаҡлаған урман һыҙаттары (себер ҡарағасы, тирәктәрҙең төрлө төрҙәре һәм гибридтары, һалпыш ҡайын) булдырыу тора. Урман һыҙаттары тәьҫире аҫтында уңыштың уртаса артымы (ц/га): иген культуралары — 3,4—10,6, шәкәр сөгөлдөрө һәм картуф — 20—25, кукуруздың йәшел массаһы — 70—80. Ҡ.т. башлыса Урал аръяғы дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында, ҡар япмаһы ҙур булмаған райондарҙа ҡулланыла. Игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһында Ҡ.т. һөҙөмтәлелеге Аграр университетта (С.Н.Тайсинов), Биология институтында (В.К.Ғирфанов), Урман тәжрибә станцияһында (Ю.Ф.Косоуров) һәм Ауыл хужалығы институтында (Г.Н.Лысак, О.А.Сәхәүетдинова, Х.Ф.Фәйезов, Н.Ш.Ханов, С.И.Хәйретдинов, Х.С.Әхмәтшин һ.б.) өйрәнелә.

Әҙәб.:Тайчинов С.Н. Снегонакопление — на поля Башкирии. Уфа, 1933; Почвозащитная система земледелия /Н.Р.Бахтизин [и др.]. Уфа, 1987.

К.З.Хәлиуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: