Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Ринат Ишбулды улы

Просмотров: 655

СОЛТАНОВ Ринат Ишбулды улы (9.5.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Сибай эшселәр ҡсб, хәҙер Сибай ҡ., — 26.5.2021, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1992). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) БДПИ‑ла уҡыта. 1990 й. алып СССР ФА‑ның Философия институтында, 1992 й. — Маймонид исемендәге Дәүләт классик академияһында (икеһе лә — Мәскәү ҡ.), 1995—96 йй. “Яблоко—Башҡортостан” йәмәғәт берекмәһенең (Өфө ҡ.) Сәйәси һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгендә эшләй. Фәнни хеҙмәттәре философия тарихына, дин ғилеменә, этикаға, Рәсәйҙә һәм Урта Азияла ислам дине тарихына арналған. РФ Дәүләт думаһының 2‑се саҡырылыш депутаты.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.01.2023