ЭТИКА
ЭТИКА (гр. әхлаҡтың асылын, килеп сығышын, тарихи үҫеше һәм йәшәү ēthika), законлыҡтарын өйрәнгән философия фәне. Э. термины б.э.т. 4 б. боронғо грек философы Аристотель тарафынан индерелә. Норматив (кеше тормошоноң әхлаҡ, йәшәү мәғәнәһе проблемаларын, рухи бурысын өйрәнә) һәм ғәмәли (үлем язаһы, эвтаназия, клонлаштырыу, аборттар, ағзаларҙы трансплантациялау мәсьәләләрен һ.б. тикшерә) Э. бүленә. Э. структураһында әхлаҡ теорияһы, этика тәғлимәте тарихы, социология, әхлаҡ аксиологияһы, һөнәри Э., рухи тәрбиә теорияһы һ.б. айырыла. Педагогика, хоҡуҡ, психология, дин ғилеме, социология, философия һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда Э. үҫеше Д.Ж.Вәлиев эшмәкәрлегенә бәйле. Исламда рухи һайлау (Д.Х.Аҡбашева), кеше тормошоноң мәғәнәһе (А.Й. Фәтҡуллина), этик фекерләүҙең үҙенсәлектәре (М.Н.Төхвәтуллин), кешенең әхлаҡтан тайпылыуы һәм ул тайпылышты еңеп сығыу мөмкинлектәре (З.Р.Вәлиева), әхлаҡтың йәшәүе (З.Й.Рәхмәтуллина), идара итеүҙең әхлаҡи‑этик проблемалары (О.А.Беленкова), башҡорттарҙың әхлаҡ мәҙәниәте үҙенсәлектәре (Л.Ә. Итҡолова, Рәхмәтуллина, Фәтҡуллина) һ.б. өйрәнелә.
Әҙәб.: Валеев Д.Ж. Введение в этику. О нравственном потенциале культуры. Уфа, 1998; Рахматуллина З.Я., Фаткуллина А.Я. Человеческий мир: этическое измерение. Уфа, 2009.
З.Й.Рәхмәтуллина
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев