Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАВЛИНИЧ Сергей Петрович

Просмотров: 2157

ПАВЛИНИЧ Сергей Петрович (23.6. 1954, Октябрьский ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2009). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) ӨМЭПБ‑ла эшләй: 1985 й. алып Өфө двигателдәр эшләү з‑дының баш металлургы, 1986 й. башлап баш металлург урынбаҫары, 1990 й. алып баш металлургы, 1998–2002 йй. техник дир. урынбаҫары, 2004 й. башлап техник дир., 2007 й. — ген. дир. урынбаҫары–техник дир., 2011–13 йй. идарасы дир. урынбаҫары‑техник дир., бер үк ваҡытта 2009 й. алып ӨДАТУ‑ның машиналар һәм ҡойоу производствоһы технологиялары каф. мөдире. 2002– 04 йй. “Уфа‑АвиаГаз” ЯАЙ‑ның ген. директоры. 2012 й башлап “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” ААЙ‑ның етештереү б‑са ген. дир. урынбаҫары (Мәскәү). Фәнни эшмәкәрлеге сериялы етештереү шарттарында технологик ҡойоу процестарын һәм газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен ремонтлауҙы камиллаштырыуға; авиация двигателдәрен һәм энергетика етештереүҙә ион‑плазма нанотехнологияларын файҙаланыуға арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007).

Х е ҙ м.: Электрохимические и электрофизические процессы реновации. М., 2005 (авторҙ.); Модульная сборка газотурбинных двигателей. Уфа, 2007 (авторҙ.); Инструментальные материалы для штампов горячего деформирования. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: