Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАВЛОВА Галина Әҙһәм ҡыҙы

Просмотров: 1186

ПАВЛОВА Галина Әҙһәм ҡыҙы (25.5. 1946, Өфө — 8.7.2014, шунда уҡ), гастроэнтеролог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) 1972 й. тиклем һәм 1975—76 йй. Өфөнөң 8‑се ҡала дауаханаһында, 1977 й. алып БДМУ‑ла (2001–06 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑тында) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге специфик булмаған сей яра колитын, Крон ауырыуын, боҙолған эсәктәр синдромын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеүгә, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм үт сығарыу юлдары ауырыуҙары ваҡытында нәҙек һәм йыуан эсәк дисфункцияһын өйрәнеүгә арналған. П. ҡатнашлығында аллергик компонент м‑н гепатобилиар системаның хроник ауырыуҙарын дауалау ысулы эшләнә һәм ашҡаҙандың сей яра ауырыуын, эсәктәрҙәге дисбактериозды иҫкәртеү һәм комплекслы дауалау өсөн дарыу үҫемлектәре йыйыу яйға һалына. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Организация и проведение обучающих школ по профилактике заболеваний внутренних органов среди населения. Уфа, 1999 (авторҙ.); Поликлиническая терапия. Уфа, 2000 (авторҙ.); Фитотерапия при заболеваниях системы пищеварения. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: