Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАЛЛАДИН Александр Владимирович

Просмотров: 1132

ПАЛЛАДИН Александр Владимирович (10.9.1885, Мәскәү — 6.12.1972, Киев), биохимик. СССР ФА (1942), СССР Мед. ФА (1944), Украина ССР‑ы ФА (1929; 1946—62 йй. президент) акад., Белорус ССР‑ы ФА‑ның почётлы акад. (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1955). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1935). Петербург ун‑тын тамамлаған (1908). 1916 й. алып Харьков ҡ. эшләй: а.х. һәм ур‑ мансылыҡ ин‑тында, 1921—31 йй. мед. ин‑тының физиология, биол. химия каф. мөдире. 1925 й. башлап Украина ССР‑ы ФА‑ның Биохимия ин‑ты дир., бер үк ваҡытта 1933— 54 йй. Киев ун‑тының биохимия каф. мөдире. Украина ССР‑ы ФА соста‑ вында Өфөгә эвакуацияланған (1941— 43): П. етәкс. Өфө витамин заводында К витаминының синтетик аналогы — 2‑метил‑1,4‑нафтохинон (К3) һәм уның һыуҙа эрей торған викасол сығарылмаһы эшләнә һәм етештереүгә индерелә. Фәнни эшмәкәрлеге витаминдар биохимияһын, гипо‑ һәм авитаминоз ваҡытында мускул эшмәкәрлеген, нервы системаһын, туҡымала матдәләр алмашыныуы үҙенсәлектәрен һ.б. өйрәнеүгә арналған. Бөтә Союз биохимиктар йәмғиәте президенты (1964—69). СССР ЮС‑ының 2—5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин ис. пр. лауреаты (1929). 5 Ленин һәм Окт. Революцияһы орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Вопросы биохимии нервной системы. Киев, 1965; Белки головного мозга и их обмен. Киев, 1972 (авторҙ.); Хiмiчна природа вiтамiнiв. Кiев, 1938.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: