Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДРАХМАНОВ Хәниф Хажиғәле улы

Просмотров: 1782

АБДРАХМАНОВ Хәниф Хажиғәле улы [4.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Үрнәк ҡсб (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 23.4.1999, Өфө ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1950). 1943 й. ноябренән Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 49‑сы армияның 139‑сы уҡсылар дивизияһы 609‑сы уҡсылар полкында тоҫҡаусы, артиллерия батареяһының орудие һәм разведка отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән А. 1944 й. 26 июнендә Белорус ССР‑ы Горбовичи а. эргәһендә Реста й. аша сыҡҡанда, 17 июлдә Цогарны а. янында дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда һәм 1945 й. 13 һәм 15 февралендә Лишин һәм Клайн Гацно торама пункттары (икеһе лә — Польша) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1946 й. өлкән сержант А. демобилизациялана. 1946—73 йй. һәм 1980—86 йй. Әлшәй районы һәм Өфө ҡ. мәктәптәрендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1973—80 йй. РСФСР Педагогия йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең яуаплы секретары. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. авгусы) һәм 3‑сө (шул уҡ йылдың июне) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Әлшәй районы Раевка а. А. һәйкәл, Өфө ҡ. ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: