Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы

Просмотров: 1734

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы [19.5.1921, Ырымбур ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр буйынса, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Зәк‑Ишмәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 4.5.1944, Севастополь ҡ. янында], лётчик, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).Б.В.һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Беренсе Чкалов хәрби авиация пилоттар мәктәбен та­мамлаған (1941). 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. апреленән Көньяҡ һәм 4‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се һауа армияһының 3‑сө истребитель авиация корпусы 265‑се истребитель авиация дивизияһы 402‑се истребитель авиация полкының эскадрилья командиры лейтенант Ә. 17 һауа алышында дошмандың 12 самолётын юҡ иткәне өсөн (1944 й. февраленә ҡарата) үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943),Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Ә. исеме менән Ырымбур ҡ. урам аталған.

  Әҙәб.: Оренбуржцы в боях за Родину. Челябинск, 1978; Герои твои, Херсонщина. Симферополь, 1980.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.01.2023