Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛИН Әнүәр Абдулла улы

Просмотров: 1922

АБДУЛЛИН Әнүәр Абдулла улы [5.6.1917, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Дөмәй а., хәҙер БР‑ҙың Илеш районы Дөмәй а., — 28.10.2002, Өфө ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1960). 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. башлап Карелия, Көнбайыш, Сталинград, Дон, 3‑сө Белоруссия һәм 1‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се армияның 277‑се уҡсылар дивизияһы 846‑сы артиллерия полкының орудие командиры өлкән сержант А. 1944 й. 21 авгусында Каунас ҡ. көнбайыштараҡ дошман контратакаларын кире ҡаҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. демобилизациялана. 1948 й. алып Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы райондарында һәм Өфө ҡ. партия эшендә була. 1959—86 йй. Өфө резина‑техник изделиелар заводында эшләй: 1963—70 йй. цех начальнигы, 1970—75 йй. директор урынбаҫары. Ленин (1945), Октябрь Революцияһы (1971), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан Һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Герой исеме Өфө ҡ. 100‑се һәм Дөмәй а. урта мәктәптәргә, Илеш районы Үрге Йәркәй а. урамға бирелгән, Өфө ҡ. А. йәшәгән йортҡа, Үрге Йәркәй һәм Дөмәй аа. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. 

Ғ.Р.Мөхәмәтдинов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.02.2024