Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛИН Мансур Иҙиәт улы

Просмотров: 2022

АБДУЛЛИН Мансур Иҙиәт улы [15.9.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә районы) — 8.6.1996, Өфө ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1949). 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш, Үҙәк, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 70‑се армияның 1‑се гвардия артиллерия дошман оборонаһын өҙөүсе дивизияһы 167‑се гвардия еңел артиллерия полкының орудие командиры гвардия өлкән сержанты А. 1943 й. 10 июлендә Курск өлкәһе Молотычи а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. алып лейтенант А. запаста. 1949 й. башлап Стәрлебаш районы Стәрлебаш а. 1‑се урта мәктәбе директоры булып эшләй, 1956—59 йй. — Стәрлебаш районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. 1962 й. алып 109‑сы урта мәктәп, 1976 й. — 2‑се мәктәп‑интернат директоры (икеһе лә — Өфө ҡ.). Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943) ордендары менән бүләкләнгән. Герой исеме Ҡырғыҙ‑Миәкә а. 1‑се урта мәктәпкә, 2‑се мәктәп‑интернатҡа һәм 109‑сы мәктәп музейына бирелгән. Өфө ҡ. А. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, тыуған ауылында Дан мемориалында бюст ҡуйылған.

Р.М.Арыҫланов, И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022