Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБРАМОВ Алексей Фёдорович

Просмотров: 1463

АБРАМОВ Алексей Фёдорович (31.12.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы‑Даниловка а. — 12.6.2010, Липецк өлк. Донское а.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. нояб. Калинин фронтында 17‑се гвардия уҡсылар див. 45‑се гвардия уҡсылар полкының уҡсыһы, 1944 й. алып Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия механизацияланған корпусы 116‑сы гвардия танк бригадаһының танк ротаһы десантсыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н А. 1945 й. Кёнигсберг, Данциг һәм Берлин ҡҡ. (Германия) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1945 й. демобилизациялана. 1946—75 йй. Кокянгак ҡ. шахтёр. 1976 й. башлап Джалал‑Абад ҡ. (Ҡырғыҙстан), 1997 й. алып Донское а. йәшәй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1946), 2‑се (1945 й. апр.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың ғин.) дәрәжә Дан, 3‑сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1972) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Ғ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019