Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВЕРЬЯНОВ Иван Андреевич

Просмотров: 1475

АВЕРЬЯНОВ Иван Андреевич (1.6.1923, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Туҡан руднигы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Туҡан а., — 9.1.2000, Мәскәү), инженер, генерал‑полковник (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э.Дзержинский ис. артиллерия акад. тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. нояб. башлап Воронеж, Көньяҡ‑Көнбайыш, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Сталинград һәм Курск янындағы һуғыштарҙа, Харьков, Кировоград, Корсунь‑Шевченковский, Яссы‑Кишинёв һәм Будапешт операцияларында ҡатнаша. Һуғыштан һуң Карпат яны хәрби округында хеҙмәт итә, Артиллерия акад., КПСС ҮК аппаратында, СССР Оборона министрлығында (1966 й. алып Баш идаралыҡ нач. урынбаҫары, 1973 й. — нач.) эшләй. 1988 й. алып отставкала. Ленин (1986), Окт. Революцияһы (1980), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, ?), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945, 1956) һәм сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2019