Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҺЛЕТДИНОВ Фәйзулла Хәзи улы

Просмотров: 1437

ӘҺЛЕТДИНОВ Фәйзулла Хәзи улы [15.3.1915, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Һаҫыҡкүл а.; башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләк а. (ТР‑ҙың Мөслим районы) — 29.10.1988, Туймазы ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). 1938 й. Хәсән күле янындағы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге 1 йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен тамамлаған (Өфө ҡ., 1945). 1936—38 йй. һәм 1942—44 йй. Ҡыҙыл армияла. 1942 й. алып Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армияның 309‑сы уҡсылар дивизияһы 955‑се уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы сержант Ә. 1942 й. 22 сентябрендә Киевтан көньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. башлап Туймазы ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. Ә. исеме менән Баҡалы районының Баҡалы а. урам аталған, Туймазы ҡ. Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл ҡуйылған (2005).

  Әҙәб.: П е ч и щ е в П. Перед рассветом //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.01.2023