Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы

Просмотров: 1597

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы [20.3.1919, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 15.10.1943, Белорус ССР‑ының Лоев ҡсб янында], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. февраленән Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 106‑сы уҡсылар дивизияһы 43‑сө уҡсылар полкының отделение командиры өлкән сержант Ә. 1943 й. 15 октябрендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды нығытҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Ә. исеме тыуған ауылындағы урамға һәм урта мәктәпкә бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

 Әҙәб.: И ш м а е в  З. Искра //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023