Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЫМОВ Алексей Михайлович

Просмотров: 1524

АЛЫМОВ Алексей Михайлович (18.3.1923, Орлов губернаһы Маслово а. — 22.2.2009, БР‑ҙың Өфө районы Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур педагогия институтын тамамлаған (1967). 1943 й. октябренән алып 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө Удар армия 379‑сы уҡсылар дивизияһы 1225‑се уҡсылар полкының отделение командиры кесе сержант А. 1944 й. 16 июлендә Псков өлкәһе Янчево а. эргәһендәге һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. демобилизациялана. 1947—76 йй. Иглин районының Урман киске (сменалы) урта мәктәбендә һәм Өфө районының Михайловка урта мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары менән бүләкләнгән. А. исеме Михайловка а. урамға, мәктәпкә бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Швецов Д. Схватка у моста //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

И.Ғ.Кәримова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021