Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЯЕВ Иван Павлович

Просмотров: 1455

АЛЯЕВ Иван Павлович (5.1.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Николаевка а., хәҙер БР‑ҙың Фёдоровка районы Иҫке Николаевка а., — 21.3.2000, Мәскәү ҡ.), инженер, полковник (1961). Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби транспорт академияһын тамамлаған (Кострома ҡ., 1943). 1939—40 йй. Төньяҡ‑Көнбайыш фронтта, 1943—45 йй. Балтик буйы, 3‑сө һәм 4‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се армияның 91‑се мотоуҡсылар дивизияһы 561‑се мотоуҡсылар полкы уҡсыһы рядовой А. 1940 й. февралеь‑мартында Выборг ҡ. янында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1973 й. алып отставкала. Ленин (1940), 1‑се дәрәжә (1985) һәм 2‑се дәрәжә (1944) Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1955, 1968) ордендары, сит ил ордены менән бүләкләнгән. А. исеме Фёдоровка районы Фёдоровка а. урамға бирелгән, Стәрлетамаҡ ҡ. уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: П е ч и щ е в П. Наступление началось в семь... //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

И.Ғ.Кәримова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023