Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАНАРИЦИЙ

Просмотров: 1116

ПАНАРИЦИЙ (лат. рanaricium), бармаҡ туҡымаларының эренләп шешеүе.

Кеше П. Өҫкө ҡатлам, йыланҡараҡ (паронихия), тире аҫты, һеңер, һөйәк (остеомиелит), бармаҡ быуыны (эренле артрит) П. һәм пандактилит (бармаҡтың бөтә туҡымалары шешеүе) айырыла. Микротравмалар алғанда (шырау ҡаҙалыу, сәнселеү, тырналыу һ.б.) һәм эренләтеүсе микроорганизмдар инфекцияһы арҡаһында барлыҡҡа килә. Тыуҙырыусыһы: стафило‑ һәм стрептококтар, эсәк таяҡсаһы, протей һәм башҡалар. П. үҫешенә бармаҡҡа һыуыҡ, дымдың, ярһытыусы һәм бысратыусы матдәләрҙең һ.б. оҙайлы тәьҫире булышлыҡ итә. Төп симптомдары: ҡабарыу, шешеү, шешкән урында тире гиперемияһы, һулҡылдап көслө ауыртыу. Дауалау: башланғыс стадияһында консерватив (антибиотиктар, антисептиктар, физиотерапия һ.б.), некроз стадияһында — хирургик. Иҫкәртеү: микротравмаларҙы үҙ ваҡытында дауалау. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 60‑сы йй. алып П. рентген нурҙарын файҙаланып дауалау (Е.А.Волжский, Ф.Х.Рәмиева, А.К.Фёдоров), 2000 й. — һөйәк П. комплекслы дауалау (В.Ю. Нурлығаянов) ысулдары камиллаштырыла.

Хайуандар П. Тояҡ араһы көмбәҙе туҡымаларының, тояҡ йәки тояҡсалар тиреһенең тажы һәм нигеҙенең эренле йәки эренле‑некротик шешеүе. Һыйыр малында П. — таж абсцестары һәм флегмоналары, пододерматиттар, йылҡыла гангреноз дерматит, пододерматит рәүешендә була. Тояҡ араһы ярығы көмбәҙе һәм тажы йәрәхәтләнгәндә эрен тыуҙырған бактериялар м‑н зарарланыу, бешмә, некробактериоз ваҡытында үҫешә. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: мал тотоуҙың зоогигиеник шарттарын боҙоу, малды һаҙлы көтөүлектәрҙә көтөү, тояҡ һәм тояҡсаларҙы даими таҙартып тормау. Төп симптомдары: хайуандың яфаланыуы, аппетиты юғалыу, тән т‑раһы күтәрелеү, сатанлау һ.б. Дауалау: медикаментоз (антибактериаль, сепсисҡа ҡаршы препараттар, новокаин блокадалары һ.б.), хирургик. Респ. һыйыр малының тояҡ ауырыуҙары 15—27% баш малда осрай. Фәнни тикшеренеүҙәр 1982 й. башлап Аграр университетта алып барыла (Н.Н.Александров, В.В. Ғимранов, Ғ.Н.Моратшин).

Әҙәб.: Т и м о ф е е в С.В., Г и м р а н о в В.В. Этиология, клиника, диагностика, лечение и профилактика болезней в области пальцев у крупного рогатого скота. Уфа, 2008.

В.В.Ғимранов, Ә.Ғ.Хәсәнов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: