Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРАПРОКТИТ

Просмотров: 1145

ПАРАПРОКТИТ (гр. pará — эргәһендә, ҡырында, тышында һәм prōktós — арт юл), тура эсәк тирәләй күҙәнәкле туҡыманың шешеүе. Процестың активлығына ҡарап киҫкен, инфильтратив, хроник П. (тура эсәктең бөтәү яраһы); килеп сығышына ҡарап — баналь, специфик, травманан һуңғы П.; урынына ҡарап тире аҫты, тиресә аҫты, ишиоректаль һәм башҡа П. айырыла. Тура эсәктән гематоген һәм/ йәки лимфоген юл м‑н микроорганизмдар тура эсәк тирәһендәге күҙәнәкле туҡымаға үтеп ингәндә (геморрой төйөндәре тромбозы, проктит, лайлалы тиресәнең йәрәхәтләнеүе), эргәләш ағзалар шешеп ауырығанда үҫешә. Төп симптомдар: оса өлкәһендә ауыртыу, дефекация ваҡытында ауыртыныу һ.б. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (көҙгө, ультратауыш м‑н тикшереү, ректоскопия) һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау хирургик (эренле яраны асып, ауырыу ингән урындарҙы ҡырҡып ташлау). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: хроник формаға күсеүе, сепсис. Иҫкәртеү: шәхси гигиена, эсәкте даими бушатып тороу, П. үҫешенә булышлыҡ иткән ауырыуҙарҙы үҙ ваҡытында дауалау. БДМУ‑ла 20 б. 80‑се йй. алып В.Ғ.Сәхәүетдинов етәкс. ауырыуҙарҙы диагностикалау, комплекслы дауалау һәм реабилитациялау (В.М.Тимербулатов), 90‑сы йй. башлап Тимербулатов етәкс. йыуан эсәк ауырыуҙары м‑н берлектә барған (М.Ю.Батталов, Ф.М.Ғәйнетдинов) киҫкен П. рецидив формаларын (Р.У. Смаҡаев), ш. иҫ. аллотрансплантаттар (М.С.Ишемов) һәм туҡымаларҙы регенерациялау стимуляторҙары (М.Р. Айытова, Р.Я.Бигәнәков), ҡулланып дауалау ысулдары эшләнә; киҫкен П. үҫешеү сәбәптәре өйрәнелә (Р.А.Куляпин, И.И.Һиҙиәтов). 2000 й. алып аҙ инвазив технологиялар ҡулланып П. дауалау (М.М.Вәхитова) һәм параректаль бөтәү яралы геморрой м‑н ауырығандарҙы операциянан һуң реабилитациялау (И.Х.Заһиров) ысулдары камиллаштырыла.

Әҙәб.: Т и м е р б у л а т о в В.М., Л о п а т и н В.М. Острый и хронический парапроктит. Уфа. 1988.

Ф.М.Ғәйнетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: