Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРОДОНТИТ

Просмотров: 1139

ПАРОДОНТИТ (гр. pará — эргәһендә, янында, тышында һәм odús, odóntos — теш), теш тамырын уратып алған тоташтырғыс туҡыманың һәм яңаҡтың альвеоляр үҫентеһе һөйәк туҡымаһының көсәйгән деструкцияһы. Киң таралыш алған (ысын), системалы (аутоиммун ауырыуҙар ваҡытында) һәм локаль (пародонттың сикләнгән бер өлөшөндә) П. айырыла. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. П. үҫешенә хроник ауырыуҙар һәм организмдың интоксикацияһы, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы, генетик факторҙар, иммунитеттың ҡаҡшауы һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: теш ҡаҙнаһының ҡанһырауы, тештең һелкенеп тороуы һәм урынын үҙгәртеүе, теш ҡаҙнаһынан эрен ағыу һ.б. 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: