Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ

Просмотров: 1326

ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ, етештереү процесында хеҙмәттең һөҙөмтәлелеге. Тауарҙың конкуренцияға һәләтлелеген арттырыуҙың нигеҙе булып тора. Етештерелгән продукция күләме (башҡарылған эш күләме) һәм сарыф ителгән эш ваҡыты (сәғәт, смена, ай, квартал, йыл) йәки продукция берәмеген етештереүгә киткән ваҡыт сағыштырмаһы м-н билдәләнә. Ҡулланылған етештереү күләме үлсәгестәренә һәм хисаплау формаһына бәйле Х.е. натураль (т, кг, м, м3, дана), хаҡҡа бәйләнгән (һум, тин) һәм шартлы-натураль, йәки хеҙмәт (норма-сәғ., норма-мин) күрһәткестәре айырыла. Продукцияның хеҙмәт талап итеүсәнлеге (Х.е. кире күрһәткесе) продукция берәмегенә сарыф ителгән кеше хеҙмәте күләмен сағылдыра; бөтә производство циклы дауамында хеҙмәт сығымын элементтарға һәм операцияларға бүлеү мөмкинлеген бирә (кеше-сәғ., кеше-көн йәки уртаса йыллыҡ хеҙм-рҙәр һаны). Х.е. арттырыуға эшселәргә (проф. әҙерлек кимәле, хеҙмәт бүленеше, хеҙмәтте фәнни ойоштороу, дәртләндереү системаһы һ.б.) һәм етештереү сараларына (индустриялаштырыу, модернизациялау, автоматлаштырыу, роботлаштырыу һәм произ­водствоны махсуслаштырыу, производство ресурстарын рациональ файҙаланыу, фәнни-техник инновациялар индереү) бәйле факторҙар йоғонто яһай.

СССР-ҙа Х.е. арттырыу пр-тиеларҙың эш планына индерелгән (ҡара: Планлаштырыу); социалистик ярыштар ойошторолған, новаторлыҡ, рационаторлыҡ, тәжрибә уртаҡлашыу, квалификация күтәреү дәртләндерелгән. 1961 й. эшселәрҙең Х.е. кимәле АҠШ м-н сағыштырғанда 50%, 1975 й. – 55% тәшкил иткән. 90-сы йй. алып Х.е. күрһәткесе башлыса фәнни тикшеренеүҙәр өсөн ҡулланыла. БАССР сәнәғәтендә Х.е. артыуының уртаса йыллыҡ күрһәткесе — 1-се табл., йыллыҡ Х.е. артыуы 2-се табл. килтерелгән.

Н.Т.Рафиҡова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: