Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХЕОЛОГИК МӘҘӘНИӘТТӘР

Просмотров: 1285

АРХЕОЛОГИК МӘҘӘНИӘТТӘР, тотороҡло мәҙәни билдәләр (торамалар, торлаҡтар, керамика, ерләүҡомартҡылары, ҡоралдар һ.б. тибы) бәйләнешенә нигеҙләнгән, айырым дәүергә, билдәле бер терр‑яға ҡараған һәм урындағы үҙенсәлектәр м‑н айырылып торған археологик ҡомартҡылар берлеге. Билдәле бер терр‑яла бер уҡ ваҡытта барлыҡҡа килгән бер нисә А.м. мәҙәни‑тарихи берлекте тәшкил итә. Килеп сығышы, таралыуы һәм юҡҡа сығыуы кешелек йәмғиәтенең үҫеш закондарына бәйле булған А.м. өйрәнеү әле яҙма сығанаҡтар (ҡара: Тарихи сығанаҡтар) барлыҡҡа килмәгән осорҙа йәшәгән ҡәбиләләр һәм халыҡтарҙың тарихын тергеҙергә мөмкинлек бирә. А.м. үткәндәрҙең этник дөйөмлөлөктәренә тиңләү проблемаһы айырыуса бәхәсле. А.м. һәм хужалыҡ‑мәҙәни типтар араларында күпкә анығыраҡ бәйләнештәр булдырылған. Башҡортостанда таш быуат, бронза быуаты һәм тимер быуат А.м. асыҡланған. Мезолит осоронда Илмырҙа мәҙәниәте һәм Йәнгел мәҙәниәте, неолитта Ағиҙел буйы мәҙәниәте һәм Ташбулат мәҙәниәте (Урал алдының төньяғы Кама мәҙәниәте йоғонтоһо зонаһына ҡараған) барлыҡҡа килгән. Энеолит осоронда Урал алдының үҙәк өлөшөндә Ағиҙел мәҙәниәте, Башҡортостандың төньяғында Гарин мәҙәниәте, Урал аръяғында Суртанды мәҙәниәте, Көньяҡ Урал далаларында Соҡор мәҙәниәте формалашҡан. Бронза быуаты дәүерендә Көньяҡ Уралда Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте, Петровка мәҙәниәте, Сарғары мәҙәниәте, Фёдоровка мәҙәниәте, Һынташты мәҙәниәте һәм Черкаскүл мәҙәниәте барлыҡҡа килгән. Төньяҡ райондарҙың ҡомартҡыларында Ҡазан эргәһе мәҙәниәте һәм Турбин мәҙәниәте эҙҙәре бар. Иртә тимер быуат дәүерендә Башҡортостан дала терр‑яһы Ҡормантау мәҙәниәте, Савромат мәҙәниәте һәм Сармат мәҙәниәте формалашыу ареалына ингән. Был ваҡытта урман зонаһында Ананьин мәҙәниәте, Ҡараабыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте ҡәбиләләре йәшәгән. Көнсығыш урман‑дала райондарында Гамаюн мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Саргатка мәҙәниәте, Итҡол мәҙәниәтенең ҡайһы бер ҡомартҡылары табылған. Урта быуаттарҙа Башҡортостанда Бахмут мәҙәниәте, Имәнкиҫкә мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Мазунин мәҙәниәте, Сейәлек мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте барлыҡҡа килгән.

Ю.А.Морозов

Тәрж. З.Н.Алтынбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: