Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕВМАТОЛОГИЯ

Просмотров: 1029

РЕВМАТОЛОГИЯ (гр. rheumatismојs — уҙыу һәм ...логия), тоташтырғыс туҡыманың, эске ағзалар һәм быуындарҙың системалы зарарланыуы хас булған ҡайһы бер ауырыуҙар төркөмөн (киҫкен ревматизм биҙгәге, ревматоид артрит, системалы склеродермия, системалы ҡыҙыл сөсө ауырыуы, дерматомиозит һ.б.) өйрәнгән терапия бүлеге. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 50‑се йй. уртаһында респ. ревматизмдың таралыуы тикшерелә (Л.Д.Ғатауллина), ревматизм һәм инфекцион‑специфик булмаған полиартрит м‑н ауырыған балаларҙы дауалау ысулдары эшләнә (И.И. Степанова). 70‑се йй. “Красноусол” шифаханаһы базаһында ревматоид артритты (РА) комплекслы дауалау (А.Х.Түрйәнов), “Янғантау” шифаханаһы базаһында ауырыуҙарҙы реабилитациялағанда паротермаль ванналар ҡулланыу (Х.Х.Ганцева) һөҙөмтәлелеге; 80‑се йй. — РА патогенезы үҙенсәлектәре, ш. иҫ. гипоталамус- гипофиз‑бөйөр өҫтө биҙе системаһы (Р.Ә.Дәүләтшин) һәм ауырыуҙың ювениль формаһы (Т.Б. Хәйретдинова, Л.В.Яковлева) функцияһы, остеоартроз клиникаһы (А.Ф. Асҡаров); 90‑сы йй. алып РА булғанда клиник‑иммунологик күрһәткестәр (А.М.Мөхәмәтова, Р.А. Нурмөхәмәтова, Э.Ф.Сәйфуллина), кортизолға бәйлелек формалашыуының иммун- генетик нигеҙҙәре (А.Х. Хәсәнов), РА кортикостероид терапияһы ваҡытында диэнцефаль өлкәнең зарарланыу (Г.С.Фондис, И.А. Шәрипова) һәм енси деформизм күренештәре (Г.К. Дәүләтшина) үҙенсәлектәре, йөклөләрҙә ревматизм биҙгәгенең клиникаһы (М.А.Руднева) өйрәнелә. 2000 й. башлап анкилозланыусы спондилоартритты лазер пунктураһы ҡулланып комплекслы дауалағанда клиник- биохимик күрһәткестәр тикшерелә (Р.Р.Төхвәтуллин), БР‑ҙа ревматологик ауырыуҙары булған балаларға мед. ярҙамын ойоштороу формалары камиллаштырыла (В.А. Малиевский).

Р.Ә.Дәүләтшин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: