Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНТРОПОЛОГИК ТИПТАР

Просмотров: 1469

АНТРОПОЛОГИК ТИПТАР, кешеләрҙең билдәле бер төркөмдәрен һүрәтләүсе физик төҙөлөштөң нәҫел билдәләре комплексы. А.т. расогенез һәм этногенез һөҙөмтәһендә формалаша. Антропологик тикшеренеүҙәр (ҡара: Антропология) башҡорттарҙың төп 4 антропологик тибы барлығын күрһәтә: субурал, понтий, аҡһыл европеоид, көньяҡ себер. Субурал тибы (баш һәм бит үлсәмдәре уртаса, танау буйы батынҡы, тиреһе, йомшаҡ тура сәстәре, күҙенең төҫлө селтәре сағыштырмаса асыҡ пигментациялы) Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ райондары башҡорттарына хас, ш. уҡ ханттарҙа, мансиҙарҙа, мариҙарҙа, удмурттарҙа, сыуаштарҙа, татарҙарҙа күҙәтелә. Понтий тибы (баш һәм бит үлсәмдәре ҙур, танау буйы төҙ йәки көмрө, тиреһе, тулҡынлы сәстәре, күҙенең төҫлө селтәре ҡуңыр пигментациялы) көньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш райондары башҡорттарында осрай, үзбәк, тажик, төркмәндәрҙә киң таралған. Аҡһыл европеоид тибы (баш һәм бит үлсәмдәре ҙур, танауы төҙ, тиреһе, тура йәки тулҡынлы сәстәре, күҙенең төҫлө селтәре асыҡ пигментациялы) көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайыш райондары башҡорттарында осрай, ш. уҡ урыҫтарға, мариҙарға, удмурттарға, сыуаштарға һ.б. хас. Көньяҡ себер тибы (баш үлсәмдәре ҙур, киң оҙонса битле, танауы төҙ, тиреһе, шырт тура сәстәре, күҙенең төҫлө селтәре ҡуңыр пигментациялы) Урал аръяғы башҡорттарында, төньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш райондары башҡорттарында, ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, алтай халыҡтарында киң таралған. Дөйөм алғанда башҡорттар уртаса буйлы, баш һәм бит үлсәмдәре ҙур, тиреһе, сәстәре, күҙенең төҫлө селтәре ҡуңыр пигментациялы булыуы м‑н һыҙатлана һәм европеоид һәм монголоид расалары араһында урталыҡты алып тора. Төбәктең боронғо халҡы м‑н хәҙ. башҡорттарға ҡағылышлы краниологик мәғлүмәттәрҙең сағыштырма анализы күрһәтеүенсә, тәүге өс А.т. боронғораҡ. Европеоид тибы Көньяҡ Урал буйында неолит, бронза быуаты, иртә тимер быуат дәүерҙәрендә өҫтөнлөк итә. Субурал тибы — Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте халҡына; понтий тибы Савромат мәҙәниәте, Сармат мәҙәниәте халҡына хас. Көньяҡ себер тибы барлыҡҡа килеү төбәккә төрки ҡәбиләләр (9—12 бб.) һәм ҡыпсаҡтар (13—14 бб.) күсенеүе м‑н бәйле. Уның билдәләре Иҫке Муса ҡурғандары, Иҫке Хәлил ҡурғандары, Ҡаранай ҡурғандары, Мерәсем ҡурғандары, Мораҡай ҡурғандары, Һынташтамаҡ ҡурғандары материалдарында күҙәтелә.

Әҙәб.: Акимова М.С. Антропологические исследования в Башкирии // Антропология и геногеография. М., 1974.

Р.М.Йосопов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019