Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИПЫЛДАҠ

Просмотров: 583

СИПЫЛДАҠ (Scabiosa), ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Урта диңгеҙ буйында, ҡайһы бер төрҙәре Алыҫ Көнсығышта һәм Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда асыҡ һары С. һәм исәт С. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, нигеҙендә ағасланған ҡаты, бейеклеге 40—80 см. Япрағы төклө, ҡапма‑ҡаршы, ҡауырһын һымаҡ бүлемле йәки теленмәле, һирәк осраҡта шыма. Сәскәһе һары, һарғылт йәки алһыу‑аҡ, тыш яҡтан йыш ҡына ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, урама япраҡсаһы үлән һымаҡ, 8 бураҙналы. Сәскәлеге — йомортҡа формаһындағы баш (ситке сәскәләре эрерәк). Июнь— июлдә өлгөрә. Емеше — орлоҡса, авг. сәскә ата. Асыҡ һары С. — БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап далала, болондарҙа һәм урман ситтәрендә, исәт С. башлыса респ. көньяғында далала, ҡырсынташлы тупраҡта үҫә. Декоратив, мал аҙығы, баллы үҫемлек. Асыҡ һары С. составында иридоидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.03.2024
Связанные статьи: