Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫЛТЫРАУЫҠ

Просмотров: 612

ШЫЛТЫРАУЫҠ (Rhinanthus), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер йыллыҡ ярымпаразит үләндәр. Һабаҡтары ябай йәки бер аҙ тарбаҡлы, яланғас тиерлек йәки бер аҙ төклө, ҡуйы ҡуңыр һыҙыҡлы, ғәҙәттә 6—10 быуын араһы була, бейе­клеге 40—70 см тиклем. Япраҡтары йомортҡа, ҡыяҡ йәки оҙонса ланцет формаһында, ситтәре бысҡылы йәки киртләсле‑тешле, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан. Сәскәләре эре, һары төҫтә, ике иренле, тажының өҫкө ирене торҡа рәүешле, аҫҡыһы — яҫы, өс бүлемле, сәскә эргәһе япраҡтары бар, һабаҡ йәки ботаҡтар осонда башаҡ кеүек тәлгәштәргә йыйылған. Емеш яны касаһы күпкән. Май—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Болондарҙа, урман аҡландарында, урман ситтәрендә, һыу ятҡылығы ярҙарында үҫә; респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған. Ағыулы үҫемлектәр, ҡый үләндәре. Кескәй Ш. — баллы үҫемлек. Составында алка­лоидтар, сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.03.2024
Связанные статьи: