Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ БӨРСӨГӨ

Просмотров: 688

ҺЫУ БӨРСӨГӨ (Utricularia), һыу бөрсөгө һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, Ер шарының тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә та­ралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Тамырҙары булмаған күп йыллыҡ бөжәк ашаусы һыу үҫемлектәре. Һабаҡтары түшәлеүсән йәки йөҙмә, бейеклеге 5—50 см. Япраҡтары нәҙек еп кеүек өлөштәргә бүленгән, өс бүлемле йәки бер нисә ҡауырһынлы, теленмә, ваҡ һыу хайуандарын тотоу өсөн ҡыуыҡтар була. Ҡыуыҡтары эскә асылыусы тығыҙ клапан м‑н тәьмин ителгән ярыҡлы. Сәскәләре ваҡ, асыҡ һары төҫтә, ҡыҙғылт көрән һыҙыҡтар бар, төҙ сәскә һабында һирәк тәлгәшкә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Аҡмаған һәм яй аҡҡан һыу ятҡылыҡтарында, һаҙлыҡтарҙа үҫә. Ябай Һ.б. респ. бөтә райондарында тиерлек таралған, кескәй Һ.б. Башҡортостандың Урал алдында (Бөрө, Дыуан, Илеш, Краснокама, Өфө, Салауат р‑ндары), Башҡортостандың Урал аръяғында (Баймаҡ, Әбйәлил р‑ндары) осрай. Декоратив үҫемлектәр, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Кескәй Һ.б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019