Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИРҘИН Ғәли Иркәбай улы

Просмотров: 1520

БИРҘИН Ғәли Иркәбай улы [5.3.1907, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе  Байғужа а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 25.10.1973, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия капитаны. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1925 й. алып Стәрлетамаҡ кантонында, Маҡар районында комсомол, партия һәм совет эшендә, 1933 й. — шул уҡ райондың “Байғужа” колхозы рәйесе, Маҡар һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында МТС директоры. 1941 й. сентябренән Резерв, Көнбайыш, Калинин, Көньяҡ‑Көнсығыш, Сталинград, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армия 92‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 280‑се гвардия уҡсылар полкы уҡсылар батальонының сәйәси бүлек буйынса командир урынбаҫары гвардия капитаны Б. 1943 й. 1 окт. Украина ССР‑ы Дериевка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм 2 октябрендә Зелёный, Колодиевка һәм Куковка торама пункттары өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. алып отставкала. 1944—54 йй. һәм 1958—65 йй. Ишембай районы Байғужа а/с башҡарма комитеты, 1954—58 йй. Маҡар районы “Ударник” колхозы рәйесе. БАССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән. Б. исеме Байғужа а. урамға бирелгән; Ишембай ҡ. уға бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: К ү л м ө х ә м ә т о в Х. Ғәли Бирҙин //Башҡортостан батырҙары. Өфө, 1959; Ш а ф и к о в Г. Комиссар батальона //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023