Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКӘЕВ Солтан Хәмит улы

Просмотров: 1789

БИКӘЕВ Солтан Хәмит улы (25.12.1916, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙер БР‑ҙың Әлшәй районы Әбдрәшит а., — 8.10.2006, Өфө ҡ., Әбдрәшит а. ерләнгән), танкист, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1943). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), СССР матбуғаты отличнигы (1977). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Совет армияһының бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре хәрби академияһын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1947). 1937 й. алып Совет армияһында. 1941 й. июненән Көнбайыш, Көньяҡ‑Көнбайыш, Кавказ аръяғы, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 1‑се механизацияланған корпусы 219‑сы танк бригадаһы 586‑сы танк батальонының командиры урынбаҫары капитан Б. 1943 й. 2 октябрендә Мишурин Рог а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм 3—5 октябрҙә Украина ССР‑ы Солошин а. өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. 24 июнендә Мәскәү ҡ. Еңеү Парадында ҡатнаша. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1962) БАССР ЮС‑ы аппаратында эшләй. 1966 й. алып 2‑се Өфө ҡала типографияһының директор урынбаҫары, 1967—92 йй. директоры. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Б. исеме менән 116‑сы урта мәктәп территорияһындағы Дан аллеяһы, Һөнәрселек лицейы №1 аталған. Әлшәй районы Раевка а. уға һәйкәл, Өфө ҡ. ул йәшәгән йорт бинаһына (2007), Әбдрәшит а. мәктәп һәм ул уҡыған Аксёнов ауыл хужалығы техникумы бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

  Әҙәб.: Б и к к о л Ш. Внимание: танки! // Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965; Ч а р у п а Ф.Н. Сильнее брони. М., 1976; Л у к м а н о в А. Днепровский плацдарм //Люди легенд. Уфа, 1980.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: