Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛДЫРЕВ Василий Георгиевич

Просмотров: 1288

БОЛДЫРЕВ Василий Георгиевич (5.5.1875, Сембер губернаһы Сызрань ҡ. — 20.8.1933), хәрби эшмәкәр. Генерал-лейтенант (1917). 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Генераль штабтың Николай академияһын тамамлаған (Санкт‑Петербург ҡ., 1903). 1892 й. алып рус, 1918 й. алып Рәсәй армияһында. 1911 й. башлап Император Николай хәрби академияһы (Санкт‑Петербург ҡ.) уҡытыусыһы, 1914 й. профессоры. 1916 й. авгусынан Төньяҡ фронттың генерал-квартирмейстеры, 1917 й. авгусынан 43‑сө пехота корпусы командиры, сентябрь—октябрҙә 5‑се армия командующийы. 1918 й. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, сентябрҙән Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте ағзаһы һәм Рәсәй армияһының Юғары баш командующийы. Ноябрҙә А.В.Колчак бойороғо буйынса вазифаларынан бушатыла. 1919 й. алып Токио ҡ., 1920 й. — Владивосток ҡ., 1926 й. башлап Новосибирск ҡ. йәшәй. 1922—26 йй. һәм 1933 й. төрмәлә була. Атыла. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1915), 3‑сө дәрәжә ҡылыслы (1914), 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1906) Изге Владимир, 2‑се дәрәжә (1909) ҡылыслы (1915), 3‑сө дәрәжә (1908) ҡылыслы һәм бантлы (1915), 4‑се дәрәжә (1915) Изге Анна, 1‑се дәрәжә ҡылыслы (1916), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1907), 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1916) Изге Станислав ордендары, “Батырлыҡ өсөн” яҙыулы Георгий ҡоралы (1915) менән бүләкләнгән.

   Хеҙм.: Атаки укреплённых пунктов. СПб., 1914; Директория. Колчак. Интервенты. Новониколаевск, 1925.

  Әҙәб.: Петров П.П. От Волги до Тихого океана. Рига, 1930; Власов Ю. Огненный крест: история и исповедь: в 2 ч. М., 1991—1992; Гришаев В.Ф. Дважды убитые: к истории сталинских репрессий в Бийске. Барнаул, 1999; Рутыч‑Рутченко Н.И. Ещё раз о генерале В.Г.Болдыреве //История белой Сибири. Кемерово, 1999.

И.Ф.Плотников, С.Г.Шушпанов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.11.2022