Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОРЕТ, ҡала

Просмотров: 1971

БЕЛОРЕТ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Белорет р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 250 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 40 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 12,9; 1939 — 39,7; 1959 — 59,3; 1989 — 72,7; 2002 — 71,1; 2010 — 68,8; 2018 — 65,5. Милли составы (2010): урыҫтар — 71,3%, башҡорттар — 16,7%, татарҙар — 9,1%. Ҡала составына Тирлән (4,4 мең кеше), Ломовка (2,6 мең), Туҡан (1,3 мең) ауылдары инә.

БР ҡара металлургияһының эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе. Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, ағас эшкәртеү, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте үҫешкән. Белорет металлургия комбинаты, Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы, Урал пружиналар з‑ды, “ТеплоТрейд”, “Стропкомплект заводы”, “Максимум” электромеханика з‑ды ЯСЙ‑лары, Һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет уҡытыу‑производство пр‑тиеһы, Белорет икмәк комбинаты, Белорет май‑сыр комбинаты эшләй. Б. аша Куйбышев (Ҡарлыман—Белорет участкаһы), Көньяҡ Урал (Магнитогорск—Белорет участкаһы) т. юлдары; Өфө—Белорет, Белорет—Учалы—Мейәс, Стәрлетамаҡ—Белорет—Магнитогорск автомобиль юлдары үтә.

Ҡалала Халыҡ‑ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институты, Магнитогорск техник университеты филиалдары, Башҡорт иҡт.‑юридик колледжы, Белорет медицина колледжы, Белорет металлургия колледжы, Белорет педагогия колледжы, төҙөлөш колледжы, 11 урта дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. Белорет урта мәктәбе №1, 3 гимназия, лицей‑интернат, компьютер мәктәбе, балалар муз., спорт һәм художество мәктәптәре, 2 ДЮСШ, Техник ижад йорто, һауыҡтырыусы һәм белем биреүсе туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге, Мәктәптән тыш эштәр үҙәге, Йәш натуралистар станцияһы, 20 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы; үҙәк район клиник дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер һәм СПИД һәм инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм улар м‑н көрәшеү үҙәге филиалдары; Белорет ҡала мәҙәниәт һарайы, “Дефицит” театр‑студияһы, “Металлург” кинотеатры; 8 китапхана, ш. иҫ. 4‑һе моделләштерелгән, Белорет музейы,картиналар галереяһы бар. 12 халыҡ һәм 5 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Белорецкий рабочий”, “Металлург” (урыҫ телендә) һәм “Урал гәз. нәшер ителә.

Ҡалаға 1762 й. Белорет заводы эргәһендә нигеҙ һалына. 1866 й. 1018 йортта 5583 кеше йәшәгән. Халҡы з‑дта эшләгән, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгән. Мәктәп, лазарет, сиркәү, пристань булған. 1923 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1948 й. Б. ҡалаһы эсенә Нура ҡасабаһы индерелә. 2002—03 йй. ҡала ирекле иҡтисади зона статусына эйә була. Б. 40‑тан ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар: Белорет з‑ды ансамбле (18 б. 2‑се ярт. төҙөлгән), идарасы Кузнецов һарайы һәм улус идараһы бинаһы (19 б. уртаһы), 2 класлы уч‑ще бинаһы (1880), Белорет з‑дтары адм. 2 айырым йорто (19 б. аҙ.), һыу башняһы (1916), 1‑се күп фатирлы йорт (1926—32), Металлургтар мәҙәниәт һарайы (1933), Металлургтар майҙанындағы биналар комплексы (1950) һ.б. объекттар. Ҡала “РСФСР‑ҙың тарихи торама урындары исемлеге”нә индерелгән (1990).

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Карта города

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019