Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы

Просмотров: 1165

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы [15.9. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 10.6.) 1906 Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Себенле а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 2.1. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 12.1.) 1982, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. майынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы орудие командиры сержант Б. 1943 й. 27 сентябрендә Белорус ССР‑ы Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм 29 сентябрҙә Галки а. өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) БАССР‑ҙың ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә, артабан Әлшәй районы “Мир” колхозында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Герой исеме Әлшәй районы Себенле һәм Раевка аа. урамдарға бирелгән, уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

 Әҙәб.: З и н о в ь е в А. Разящий без промаха //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.04.2023