Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠНАЗАР, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 682

АҠНАЗАР, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъюл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 48 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 104 км алыҫлыҡта Бирмәҫбаш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900  й. — 478 кеше; 1920— 632; 1939 — 188; 1959 — 243; 1989 — 201; 2002 — 202; 2010 — 151 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. уртаһынан билдәле. Тәүге төпләнеүсе Аҡназар Көбәков исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Бирмәҫ тамағы исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 68 йортта 401 кеше йәшәгән, 1866 й. 68 йортта — 413 кеше. Малс‑ҡ, Преображенск заводына мәғдән һәм утын ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019