Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРБАРИС

Просмотров: 557

БАРБАРИС (Berberis), барбарис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Америкала таралған. Башҡортостанда ябай Б. үҫә. Япраҡ ҡойоусы, тармаҡлы, һары үҙағаслы 2,5 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы кире йомортҡа формаһында, осло бысҡы ситле, аҫ яҡтан селтәрле; оҙон үренделәрҙә сәнскеләргә әүерелгән, уларҙың ҡуйынында ҡуйы япраҡ шәлкемле ҡыҫҡа үренделәр үҫешә. Сәскәһе һары, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, тәлгәштәргә йыйылған. Июндә сәскә ата. Емеше — сағыу ҡыҙыл еләк, сент. өлгөрә. Декоратив үҫемлек, баллы үҫемлек. Япраҡтары һәм тамыры — медицинала, емеше кондитер сәнәғәтендә һәм тәмләткес итеп кулинарияла ҡулланыла. Ҡабығы һәм емештәре составында тирене һәм йөндө һарыға буяусы матдәләр бар.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019