Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАМЫҒҮЛӘН

Просмотров: 677

МАМЫҒҮЛӘН (Puccinellia), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: Гаупт М., гигант М., оҙонтәңкә М., аралы М. һәм нескә М. Күп йыллыҡ үләндәр, ярайһы уҡ тығыҙ булған кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә. Һабаҡтары төҙ, нескә, бейеклеге 30—60 см. Япраҡтары нәҙек төрөлгән йәки яҫы тупаҡланған. Аҫҡы сәскә тәңкәләре ярылы, тупаҡ йәки киртләсле. Ваҡ 2—8 сәскәле башаҡтар һепертке сәскәлектәргә йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июнь— августа өлгөрә. Галофиттар. Татырлы болондарҙа, тоҙло тупраҡта, сүп үләндәре араһында үҫә. М. Башҡортостандың Урал аръяғында (Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары), Башҡортостандың Урал алдының дала зонаһында (Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә райондары) үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре, рудераль үҫемлектәр

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.12.2022
Связанные статьи: