Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАҒУЗ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1052

АЛАҒУЗ, Ҡабыл, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Абзай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 82 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 435 кеше; 1920 — 823; 1939 — 793; 1959 — 677; 1989 — 484; 2002 — 521; 2010 — 554 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Абзай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Алағуза Баҡынов исеме м‑н аталған. Икенсе исеме уның улы, йорт старшинаһы Ҡабыл Алағузин исеменә бәйле. 1795 й. 27 йортта 156 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 363 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. М.Ә.Әхмәтов, С.Ә.Әхмәтов ошо ауылда тыуған.

Й.Х.Ғилманов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019