Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШТРАНССТРОЙ”, предприятие

Просмотров: 712

“БАШТРАНССТРОЙ”, ДУП. Автомобиль, тимер юл, һыу, һауа һәм үткәргес торба транспорты объекттары төҙөлөшөн һәм реконструкцияһын тормошҡа ашыра (ҡара: Транспорт төҙөлөшө). Өфөлә урынлашҡан. Составы: 39‑сы баш ремонт-тергеҙеү, 147‑се һәм 826‑сы төҙөлөш-монтаж (бөтәһе лә 1948 й. нигеҙләнгән), 94‑се һыу м‑н тәьмин итеүсе махсус төҙөлөш- монтаж (1992) поездары; үҙәк ремонт оҫтаханалары, 820‑се төҙөлөш идаралығы (икеһе лә — 1955), автобаза (1960), торлаҡ-коммуналь контора, уҡыу-уҡытыу комб‑ты (икеһе лә 1964 й.), производство-технология комплектацияһы идаралығы (1981); Стәрлетамаҡ ҡ. 185‑се төҙөлөш- монтаж поезы (1953) һәм механизация идаралығы (1976); Нефтекама ҡ. 822‑се төҙөлөш идаралығы (1955); Ҡарлыман т. юл ст. 340‑сы төҙөлөш-монтаж поезы (1968); Шишмә т. юл ст. “Стройдеталь” з‑ды (1981); Иглин т. юл ст. 877‑се төҙөлөш идаралығы (1985). 1999 й. 3764 кеше эшләгән.

1955 й. 97/2‑се төҙөлөш идаралығы (1948 й. Свердловск өлк. Сосьва ҡалаһынан күсерелгән) базаһында “Уфимтрансстрой” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. “Уфимдорстрой” тресы (1955 й. нигеҙләнгән) м‑н ҡушылыу һөҙөмтәһендә “Б.” дәүләт проект-төҙөлөш берекмәһенә үҙгәртелә, 1997 й. алып бөгөнгө статуста. “Б.” тарафынан Бөгөлмә—Кама, Ишембай—Ермолаевка, Сосьва—Алапаевск, Ҡарлыман— Белорет, Мораптал—Ырымбур т. юл линиялары; Өфө, Ульяновск ҡҡ. аэро- һәм т. юл вокзалдары, Салауат, Туймазы, Урыссу (ТР) һ.б. ҡалаларҙағы т. юл вокзалдары файҙаланыуға тапшырыла. “Б.” м‑н М.К.Сәлимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2024