Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠЫЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 909

БАҠЫЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Баҡый а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Ҡоро Күндерәк й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 716; 1939 — 625; 1959 — 682; 1989 — 611; 2002 — 662; 2010 — 507 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Стәрлебаш урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1783 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Гәрәй‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Баҡый Ҡурмаҡаев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Күндерәкбаш исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 30 йортта 100 кеше йәшәгән, 1865 й. 44 йортта — 226 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: