Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАЖЫ, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 658

БАЛАЖЫ, Иглин р‑нындағы ауыл, Кәлтә а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 297 кеше; 1920 — 445; 1939 — 267; 1959 — 263; 1989 — 280; 2002 — 233; 2010 — 215 кеше. Урыҫтар, белорустар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә 1886 й. купчий ҡағыҙы б‑са алпауыт Заварицкийҙан һатып алынған ерҙәрҙә Лифляндия губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1896 й. Балажу яңы ауылы (28 йортта 158 кеше иҫәпкә алынған) һәм Балажу колонияһы (14 йортта — 70 кеше) теркәлгән, улар 20 б. башынан бергә иҫәпкә алына. 30‑сы йй. алып хәҙерге исемен йөрөтә.

Р.Х.Нуриева, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: