Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛТИКА, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 728

БАЛТИКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Балтика а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 195 кеше; 1920 — 655; 1939 — 669; 1959 — 601; 1989 — 665; 2002 — 722; 2010 — 719 кеше. Белорустар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Сябры” белорус халыҡ йырҙары ансамбле), китапхана бар; белорус тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй.

Ауылға 19 б. 90‑сы йй. Өфө өйәҙендә алпауыттар Заварицкий һәм Зайцевтан һатып алынған ерҙәрҙә Курляндия һәм Лифляндия губ. күсеп килеүселәр Балтика колонияһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 30 йортта 205 кеше йәшәгән. Земство мәктәбе, лютеран ғибәҙәтханаһы булған. 1939—40 йй. Балтика колонияһы һәм бер нисә башҡа утарҙар Сталинский ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 70‑се йй. алып хәҙерге исемен йөрөтә, 2005 й. ауыл статусын ала. Элекке земство мәктәбенең ике биналы комплексы (20 б. башы), мәҙәниәт йорто (кирбес, 20 б. 50‑се йй. башы) — архитектура ҡомартҡылары. В.М.Березин ошо ауылда тыуған.

Р.Х.Нуриева

Тәрж. Ю.Ғәримов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019