Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙБАКОВ Николай Константинович

Просмотров: 1491

БАЙБАКОВ Николай Константинович (7.3.1911, Баҡы губ. Сабунчи а. — 31.3.2008, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (1966). Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1932). 1938 й. алып “Востокнефтедобыча” берекмәһе (Куйбышев ҡ.) нач., 1939 й. — “Главнефтедобыча Востока” баш идаралығы начальнигы. 1940 й. башлап СССР‑ҙың нефть сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары, 1944 й. — халыҡ комиссары (ХК Өфөлә эвакуацияла була), 1946 й. — СССР‑ҙың көньяҡ һәм көнбайыш р‑ндары нефть сәнәғәте министры, 1948 й. — СССР‑ҙың нефть сәнәғәте министры. 1955 й. алып СССР МС‑ының Халыҡ хужалығын перспективалы планлаштырыу б‑са дәүләт комиссияһы, 1957 й. — РСФСР Дәүләт планы, 1958 й. — Краснодар крайы ХХС‑ы, һуңынан Төньяҡ Кавказ иҡт. р‑ны рәйесе, 1963 й. — Химия һәм нефтехимия сәнәғәтенең дәүләт ком‑ты рәйесе — СССР министры, 1964 й. — СССР Дәүләт планы эргәһендәге нефть сығарыу сәнәғәтенең дәүләт ком‑ты рәйесе — СССР министры. 1965 й. башлап МС рәйесе урынбаҫары, СССР Дәүләт планы рәйесе. 1986 й. алып СССР МС‑ы Президиумы эргәһендә, 1988 й. — СССР ФА‑ның Нефть һәм газ проблемалары ин‑тында баш кәңәшсе. Ишембай һәм Туймазы нефть промыслаларын төҙөкләндереүгә (1938—39), Бәләбәй, Ишембай, Октябрьский ҡҡ. төҙөлөшөнә; Туймазы нефть ятҡылығында контур аръяғы буйлап һыу ебәреүҙе проектлау һәм ғәмәлгә индереү б‑са эштәр ойоштороуға (1946), Серафимовка нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын һ.б. ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүгә (1948—55) ҙур өлөш индерә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 2‑се, 4‑се, 5‑се, 7—10‑сы саҡырылыш, РСФСР ЮС‑ы, Әзербайжан ССР‑ы ЮС‑ы депутаты. Ленин пр. (1963), И.М.Губкин ис. пр. (1979) лауреаты. 6 Ленин, Окт. Революцияһы, 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Нефть-газ комплексының тотороҡло үҫешенә булышлыҡ итеү фондына (1997) һәм теплоходҡа (1995) Б. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Башкирских нефтяников славные имена. Уфа, 1997.

К.С.Баймөхәмәтов, Д.Ғүскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: