Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙМОРАТОВ Исхаҡ Исмәғил улы

Просмотров: 1079

БАЙМОРАТОВ Исхаҡ Исмәғил улы [1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫәкәй а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — ?], дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар, Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Тәьминәт акад. тамамлаған (Мәскәү, 1932). 1919—21 йй. айырым Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһында (ҡара: Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө) сәйәси хеҙм‑р. 1922 й. Приют кредит ширҡәтен ойоштора һәм уға етәкселек итә. 1926 й. алып Бәләбәй кантон а.х. кооперацияһы союзы ағзаһы, рәйесе, 1929—30 йй. Башҡ‑н өлкә һөт кооперацияһы союзы идаралығы рәйесе урынбаҫары, 1932 й. башлап БАССР‑ҙың тәьминәт, 1935—37 йй. БАССР‑ҙың сауҙа б‑са халыҡ комиссары. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.07.2021
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: