Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛОТИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 888

БОЛОТИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта Соҡат й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 426 кеше; 1920 — 799; 1939 — 905; 1959 — 523; 1989 — 283; 2002 — 329; 2010 — 281 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1891 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә ер биләүсе Болотниковта Курск һәм Чернигов губ. күсеп килеүселәр Болотников ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. күскенселәрҙең бер өлөшө башҡорттарҙан сиктәш ерҙәрҙе һатып ала һәм Яңы Покровка а. нигеҙ һала. 1896 й. Болотников ширҡәте а. һәм Яңы Покровка булараҡ бергә иҫәпкә алынған, 88 йортта 663 кеше йәшәгән. Мөгәзәй булған. 1906 й. Болотников ширҡәтендә 426 кеше иҫәпкә алынған (2 бакалея кибете, мөгәзәй билдәләнгән); Яңы Покровка а. — 248 кеше (сиркәү, сиркәүмәхәллә мәктәбе, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй). 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алыналар. М.А.Малахов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019