Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛАХОВ Михаил Андреевич

Просмотров: 1482

МАЛАХОВ Михаил Андреевич [20.10.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Болотин а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 6.11.1988, ш. уҡ р‑ндың Трудовка а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып Ауырғазы р‑нының Париж коммунаһы ис. к‑зында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан Үҙәк, Брянск, Белоруссия фронттарында 61‑се армияның 81‑се уҡсылар див. 196‑сы айырым сапёр батальонында сапёр булып, һуңыраҡ 1‑се Украина фронтында 3‑сө гвардия армияһында хеҙмәт итә. Дан орденына М. 1944 й. 12 июнендә Украина ССР‑ының Червона а. һәм 1944 й. 3—4 авг. Якубовице а. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Ауырғазы р‑нының С.М.Киров ис. к‑зында эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944 й. февр. һәм нояб.), 1‑се (1984), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. нояб. һәм июне) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Трудовка а. урамға М. исеме бирелгән, уға бюст ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023