Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОБЫЛДӘР

Просмотров: 1807

БОБЫЛДӘР, 16—19 бб. Рәсәйҙә халыҡтың соц. төркөмө. Хужалығы ярлы булған, һалым ярты күләмдә генә һалынған. Башҡортостанда 17 б. алып батша һарайы, монастырь, алпауыт һәм ҡаҙна (яһаҡлы) Б. билдәле. 1724 й. йән башына һалым индерелгәс, алпауыт, монастырь һәм батша һарайы Б. крәҫтиәндәрҙең шундай уҡ категориялары (ҡара: Алпауыт крәҫтиәндәре, Иҡтисади үҙ аллы крәҫтиәндәр, Батша һарайы крәҫтиәндәре, Яһаҡлы крәҫтиәндәр) м‑н ҡушыла. Ҡаҙна Б. башлыса Волга һәм Урал буйы яһаҡлы кешеләренән (башҡорттар, мариҙар, мордвалар, татарҙар, удмурттар, сыуаштар), ш. уҡ Б.‑күскенселәрҙән (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) формалаша. Улар башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен телдән килешеү б‑са ҡуртымға алған йәки телдән керҙәшлек килешеүе нигеҙендә файҙаланған (ҡара: Ерҙе файҙаланыу). Б. йылына йорт башына 40 йәки 80 тин яһаҡ, ш. уҡ 4 тин мөрйә һалымы (һәр крәҫтиән йортонан, хужалығынан) һәм 5 тин ылау хеҙмәте һалымы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, тотҡон һалымы — тотҡондарҙы һатып алыу өсөн) түләгән, балыҡ ҡыуыу йөкләмәһен үтәгән, төҙөлөш эштәренә йәлеп ителгән (ҡара: Йөкләмәләр). Башҡ. ерҙәрендә үҙҙәренең статусын нығытыу, арта барған һалымдарҙан һәм йөкләмәләрҙән ҡотолоу өсөн, Б. үҙ яһағын төбәктең яһаҡ түләмәгән кешеләренә тапшырырға һәм типтәрҙәр төркөмөнә күсергә тырышҡан. 1722—23 йй. Өфө провинцияһында 2239 яһаҡлы Б. йорто иҫәпләнгән. 1747 й. Б. һәм типтәрҙәрҙең яһағын йән башына һалым (80 тин) м‑н алмаштырыу 1866 й. тиклем булған берҙәм типтәр (типтәр‑бобыль) ҡатламының ойошоуына булышлыҡ итә. Артабан Б. тип ярлыланған ерһеҙ крәҫтиәндәрҙе, һуңыраҡ яңғыҙ, ғаиләһеҙ кешеләрҙе атағандар. Шулай уҡ ҡара: Ихтилал (1747).

Әҙәб.: Рахимов Р.Н. Налоги и повинности сословия тептярей в XVII — первой половине XIX вв. //Башкирский край. Уфа, 1996. Вып.6.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: