Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АККУМУЛЯТОРҘАР

Просмотров: 1417

АККУМУЛЯТОРҘАР (лат. accumulator — йыйыусы, туплаусы), артабан файҙаланыу өсөн энергия туплаусы ҡулайламалар. Электр (химик реакция һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан электр энергияһын туплау), гидравлик (иң күп һәм иң аҙ тотонолған ваҡытта шыйыҡлыҡ һәм газ баҫымының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә алынған энергияны туплау), йылылыҡ (йылылыҡ энергияһын ҡаҙанда пар баҫымының күтәрелеүе иҫәбенә туплау), инерцион (тышҡы көстәр хасил иткән эште кинетик энергияға әүелдереү) А. айыралар. Бигерәк тә электр А. таралған (ҡара: Гальваник элемент). Кислоталы электр А. электродтары ҡурғаштан (хеҙмәт итеү оҙайлығы 200—500 зарядланыу‑зарядһыҙланыу циклы, йомоҡ сылбырының көсөргәнеше 1,95—2,15 В, сағыштырма энергияһы 20—40 Вт•сәғ/кг, эш т‑раһы диапазоны —30 алып 40°С-ҡа тиклем). Электролиты (көкөрт кислотаһының һыуҙағы эретмәһе) артыҡ йылынмайынса һәм урғылып түгелмәйенсә ҙур дәүмәлдәрҙәге токтар м-н зарядлана, ләкин электролиты сикләнгән, был электродтарҙа ҡурғаш сульфаты барлыҡҡа килеү (үҙенән‑үҙе зарядһыҙланыу) м-н бәйле. Һелтеле электр А. никель (Н) йәиһә көмөш (С) оксидтары нигеҙендәге катодтан һәм цинк (Ц), кадмий (К), тимер (Ж) нигеҙендәге анодтан эшләнә. А. төрҙәре: НЦ, НК, ЖН һәм СЦ, СК (500—3000 зарядланыу‑зарядһыҙланыу циклы, 1—1,5 В, 30—140 Вт•сәғ/кг); кислоталы А. ҡарағанда уларҙың габариты бәләкәйерәк, ныҡлығы юғарыраҡ, үҙенән‑үҙе зарядһыҙланыу (электролит — зәһәр калийҙың һыулы эретмәһе) кимәле түбәнерәк, ләкин зарядланыу барышында нығыраҡ йылыналар. Шыйыҡ һәм полимер электролитлы литий‑ионлы А. зарядланыу‑зарядһыҙланыу циклдары 500—1000, йомоҡ сылбырының көсөргәнеше 3,6—4,6 В, сағыштырма энергияһы 100—140 Вт•сәғ/кг.

Башҡортостанда 90‑сы йй. башынан Органик химия институтында ярым шыйыҡ һәм полимер электролитлы литий-ионлы А. уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (В.С.Колосницын), тәжрибә‑һынау өлгөләре, етештереү технологияһы эшләнә. 2000 й. “Вязовский” пр‑тиеһында (Өфө) автомобиль транспорты һәм а.х. техникаһының бөтә төрҙәре өсөн кислоталы А. сығарыла.

Әҙәб.: Багоцкий В.С., Скундин А.М. Химические источники тока. М., 1981; Комптон Г. Вторичные источники тока. М., 1985; Северный Д.Э., Пучин Е.А., Мельников А.А. Использование, хранение и ремонт аккумуляторных батарей. М., 1991

Р.С.Вәхитов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019