Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АМИНДАР

Просмотров: 1744

АМИНДАР, аммиактағы водород атомын алкил, арил йәки алкиларил радикалдарына алмаштырыуҙан барлыҡҡа килгән азоторганик берләшмәләр. Беренсел RNH2, икенсел R2NH һәм өсөнсөл R3N; алифатик һәм ароматик А.; молекулалар составындағы азот атомы һанына ҡарап ди-, три-, полиаминдарҙы айыралар. Аҙ молекулалы алифатик А. — газдар, күп молекулалы А. — шыйыҡса йәки ҡаты матдәләр. А. — нигеҙҙәр, кислоталар м‑н, ғәҙәттә, тоҙҙар барлыҡҡа килтерә (азотлы к‑та м‑н беренсел алифатик А. — спирттар, икенселдәр нитрозоаминдар барлыҡҡа килтерә, өсөнсөлдәр реакцияға инмәй; беренсел ароматик А. диазоберләшмәләр барлыҡҡа килтерә). Юғары биол. һәм физиол. активлыҡҡа эйә (гормондар, нервы системаһы медиаторҙары һ.б. функцияларын үтәй). Башҡортостанда А. химияһы б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлана. Башҡорт дәүләт университетында А. хлорацетилирлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә: алынған берләшмәләрҙе синтезлау шарттары, уларҙың гербицид, бактерицид, антиоксидант һәм үҫеүҙе көйләү үҙенсәлектәре өйрәнелә (Н.Ә.Аҡманова, С.А.Васильева, Ә.Н.Миңлебаева, Ю.В.Светкин). 80‑се йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) 1,2‑бис(диметиламино)метан (бисамин) нигеҙендә а.х. һәм мед. өсөн эффектив фунгицидтар, иммуностимуляторҙар (бисол, купробисан һ.б.) һәм бәшмәк ауырыуына ҡаршы (базуран) препараттар (У.М.Джемилев, Г.И.Рутман, Ф.А.Сәлимов, Г.А.Толстиков); синтетик йыуыу саралары, дауалау препараттары етештереүҙә ҡулланылған ҡайһы бер өсөнсөл А. (Ә.Ғ.Ибраһимов, Д.Л.Минскер) синтезлау алымдары эшләнә. N‑алмаштырылған ароматик А. синтезы һәм химик әүерелештәре (Кляйзен ысулы б‑са яңыса төркөмләнеү) өлкәһендә комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм улар нигеҙендә тривиаль булмаған гетероциклик берләшмәләр, коррозия ингибиторҙары, үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр, антиоксиданттар, дауалау препараттары һ.б. синтезының яңы схемалары булдырыла (И.Б.Абдрахманов, Р.Р.Ғатауллин, Ә.Ғ.Мостафин, В.М.Шәрәфетдинов). 1,3‑диендарҙы аммиак һәм ябай А. м‑н теломеризациялауҙан ҡатмарлы А. синтезлауҙың каталитик ысулдары эшләнә (Джемилев, Р.Н.Фәхретдинов). 80—90‑сы йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында А. ҡулланып 2,4‑дихлорфеноксиуксуслы кислота нигеҙендә гербицидтар һәм ҡатнаш гербицид препараттары — диметиламин, диметилалкиламин (C12—C14), бисамин, изопропиламин һәм этаноламиндар — етештереү технологиялары эшләнә (Р.Б.Вәлитов, В.Д.Симонов). 60‑сы йй. уртаһында Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) этилендиамин һәм уның нигеҙендәге продукттар, ш. иҫ. полиэтиленполиаминдар, пиперазин һәм уның сығарылмаларын; Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) диметиламинды (метил спирты м‑н аммиактың үҙ‑ара тәьҫир итешеүенән алалар) күпләп етештереү үҙләштерелә. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында ароматик берләшмәләрҙең аминометил сығарылмаларын синтезлауҙа ҡулланылған бисамин (диметиламин м‑н формальдегидтың үҙ‑ара тәьҫир итешеүенән алалар) эшләп сығарыла. 2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ-нда диметиламин Луварам гербицидын эшләп сығарыу өсөн ҡулланыла; ш. уҡ пр‑тиела этилендиамин һәм монохлоруксуслы к‑та нигеҙендә илдә берҙән-бер этилендиаминтетрауксуслы к‑та һәм уның ике натрийлы тоҙо (трилон Б) производствоһы эшләй.

Әҙәб.: Общая органическая химия. В 12 т. Т.1. М., 1981.

И.Б.Абдрахманов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: