Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИК АНАЛИЗ

Просмотров: 1411

ХИМИК АНАЛИЗ, матдәнең химик составын (элемент, изотоп, молекуляр һәм фаза) асыҡлау өсөн ҡулланылған ысулдар һәм принциптар йыйылмаһы. Х.а. фәнни нигеҙе – аналитик химия. Сифат (компоненттарын – атомдарын, иондарын, молекулаларын, функциональ төркөмдәрен билдәләү) һәм һан б-са (уларҙың һанын иҫәпләү) анализ айырыла. Х.а. төп талаптар: юғары аныҡлыҡ, һөҙөмтәләрен ҡабаттан етештереү, беленеү сигенең түбән булыуы, һайлап алыусанлыҡ, автоматлаштырыу мөмкинлеге һ.б. Йыш Х.а. органик һәм органик булмаған матдәләр концентра­цияларының проценттың ундан бер өлөшөнән алып тиҫтә проценттарға тиклем һәм юғарыраҡ булған киң диапазонын билдәләү өсөн файҙаланылған химик анализ ысулдары ғына индерелә. 20 б. 50-се йй. алып илдә физик-химик һәм физик анализ ысулдары ҡулланыла башлай. Х.а. һөҙөмтәләренә сәнәғәттең минераль сеймал сығарыу һәм уны эшкәртеү м-н бәйләнгән тармаҡтары һ.б. нигеҙләнә. Х.а. агрохимия һәм геол. хеҙмәттәрендә, мед. диагностикаһында, фарм. препараттарын һ.б. контролдә тотоу өсөн файҙаланыла. Х.а. – экологик мониторингының төп сараһы.

Башҡортостанда 20 б. 30-сы йй. Башҡ-н геол. тресы (ҡара: “Башкиргеология”) һәм махсус “Башзолото” тресы тарафынан башланған баҡыр, никель, һирәк һәм затлы металдар эҙләү б-са геол.-эҙләнеү эштәре ваҡытында Миндәк һәм Поляковка (Учалы р-ны) приискы идаралыҡтары эргәһендәге лаб. тәүгеләрҙән булып алтынға анализ үткәрелгән (Вәлиев). 1948 й. Бәләкәй Учалы ф-каһы (ҡара: Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты) эргәһендә үҙәк химия лаб. асылыу м-н һоро тимер мәғдәнендәге һәм шламдарҙағы затлы металдарға (М.Я.Долгих), һуңынан башҡа элементтарға (тимер, цинк, ерҙә һирәк элементтар һ.б.) сериялы анализ үткәрелә башлай. 60-сы йй. Тау-геол. ин-тының аналитик лаб. (ҡара: Геология институты) төҙөлөш материалдарын (Ә.З.Һөйөндөков, И.Н. Шумский), тау тоҡомдарын һәм минералдарҙы (З.В.Евдокимова), тулайым тимер миҡдарын (Х.М.Ҡарамышева, Ғ.Ә.Сираева) тулыһынса силикатлы анализлау ысулдары, фотометрик (М.С.Боброва) һәм осциллополярографик (Г.И.Беликова) анализ; 80-се йй. – рентгенофлюоресцент (Й.Л.Мөлөков, Р.Н.Сәлихова), атом-абсорбцион (Н.Г.Христофорова) анализ ысулдары һ.б. үҙләштерелгән. Республикала нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, химия сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте үҫеү, фәнни тикшеренеүҙәр киңәйеү сәбәпле (ҡара: Органик химия институты, Нефтехимия эшкәртеү институты, Нефтехимия һәм катализ институты) Х.а. хроматографик анализ ысулдары, оптик анализ ысулдары, электрохимик анализ ысулдары һ.б. ҡулланыла башлай. Ҡатмарлы күп компонентлы системаларҙы (асфальтендар, битумдар, тау тоҡомдары, нефть һ.б.) анализлауҙың кәрәклеге масс-спектроскопия (В.И.Хвостенко), радиоспек­троскопияның (Ф.Г.Унгер, Н.М.Поздеев) һ.б. ысулдарҙың үҫеүенә булышлыҡ итә. Эре машиналар эшләү һәм металлургия (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе,“Гидравлика”, Белорет металлургия комбинаты), химия, нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте (“Башнефть”) пр-тиеларында, “Башкоммунводоканал” пр-тиеһында, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү б-са федераль хеҙмәт идаралығы хеҙмәттәрендә ойошторолған хәҙ. аналитик лаб., БР Дәүләт аналитик контроль идаралығы лаб. һ.б. төрлө берләшмәләргә Х.а. үткәрелә. Шулай уҡ Х.а. объекттары булып дарыуҙар (“Башфармация” ДУП-ында, “Лекконтроль” Дәүләт һаулыҡ һаҡлау идаралығында ҡулланыла), ветеринария препараттары (Башҡ-н фәнни-производство ветеринария лаб.) һ.б. тора. А.х. пр-тиеларында Х.а. агрохимия хеҙмәте (ҡара: Агрохимик хеҙмәтләндереү) үткәрә. Күп лаб. бер үк ваҡытта ана­лиздың яңы ысулдарын эшләү һәм ғәмәлдәге ысулдарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән фәнни һәм методик эш алып бара.

Г.И.Беликова, В.Н.Майстренко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: