Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНАЛИТИК ХИМИЯ

Просмотров: 1741

АНАЛИТИК ХИМИЯ, матдәләрҙең химик составын һәм бер ни тиклем уларҙың химик төҙөлөшөн билдәләүсе ысулдар һәм саралар т‑дағы фән. Хәҙ. А.х. төп йүнәлештәре — химик анализдың яңы ысулдарын эшләү, булғандарын камиллаштырыу һәм үлсәүҙәрҙе автоматлаштырыу (айырыуса технол. процестарҙы тикшергәндә).

Башҡортостанда А.х. үҫеше 20 б. 30‑сы йй. баҡыр, алтын, һирәк һәм төҫлө металдар, нефть эҙләү б‑са геол.-разведка эштәре башланыуға бәйле. Тәүге тикшеренеүҙәр ғәмәли юҫыҡта алып барыла һәм тау сәнәғәте, металлургия, химия сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтенең конкрет мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелә. СССР ФА, Үҙәк геол.-разведка ҒТИ, Мәскәү, Һарытау, Ҡазан ун‑ттары ҡатнашлығында төрлө ятҡылыҡтарҙағы мәғдәндәрҙең составын асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла, тәүге лаб. ойошторола. 60‑сы йй. Башҡорт дәүләт университетында А.х. өлкәһендә системалы рәүештә ғилми‑тикшеренеү эштәре һәм физик һәм аналитик химия кафедраһында аналитик белгестәр әҙерләү башлана. Органик булмаған матдәләргә физик-химик һәм химик анализ үткәреүҙә ҡулланылыусы органик реагенттар йыйылмаһын киңәйтеү ғилми‑тикшеренеү эштәренең төп йүнәлешенә әйләнә (Е.С.Кручкова, Л.Б.Резник). Б.В.Айвазов етәкс. органик берләшмәләрҙе, нефтте һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттарҙы билдәләү өсөн хроматографик анализ ысулдары эшләнә.

80—90‑сы йй. В.Н.Майстренко етәкс. ағалтын рәтенә ҡараған металдарҙы, органик берләшмәләрҙе, биологик актив матдәләрҙе, дарыу препараттарын билдәләү өсөн электрохимик сенсорҙар, тирә‑яҡ мөхит объекттарындағы супертоксиканттарҙы анализлау ысулдарын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Тирә‑яҡ мөхиттә һәм аҙыҡ‑түлектәге токсик матдәләрҙе асыҡлау өсөн юғары һиҙгерлектәге экспресс ысулдар тәҡдим ителә (Ф.Х.Ҡудашева). Органик химия институтында көкөрт, уран, конденсирланған ароматик углеводородтарҙы, ерҙә һирәк элементтарҙы билдәләү өсөн хемилюминесцент ысулдары (В.П.Казаков), органик берләшмәләрҙең (А.А.Берг, Л.М.Зеленова), нефттәрҙең (Н.К.Ляпина) ҡатмарлы ҡатышмаларын хроматографик ысулдар ярҙамында айырыу һәм анализлау алымдары эшләнә. Экология үҙәгендә күп хлорлы диоксиндарҙың һәм дибензофурандарҙың барлығын асыҡлау өсөн хромато‑масс‑спектрометрия ысулдарын ҡулланыу б‑са ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыла (З.Ҡ.Әмирова, Э.А.Круглов). Респ. тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән талаптарҙың артыуы сәбәпле, БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда, Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығында, “Уфаводоканал” МУП‑ында һ.б. лаб. асыла; һауалағы, йылға һыуҙарындағы ағыулы матдәләрҙең миҡдарын күҙәтеүҙе тәьмин итеүсе автоматлаштырылған станциялар селтәре файҙаланыуға тапшырыла.

Әҙәб.: Галимов Ж.Ф., Дубинина Г.Г., Масагутов Р.М. Методы анализа катализаторов нефтепереработки. М., 1973; Рахманкулов Д.Л., Султанов И.З., Артемьев А.Ф. Технический анализ продуктов органического синтеза. М., 1976; Будников Г.К., Майстренко В.Н., Муринов Ю.И. Вольтамперометрия с модифицированными и ультрамикроэлектродами. М., 1994.

В.Н.Майстренко

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: