Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕДРЕНКО Николай Васильевич

Просмотров: 1041

БЕДРЕНКО Николай Васильевич (9.9.1923, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Казанка утары, хәҙер БР‑ҙың Ейәнсура районы Казанка а. — 5.7.1985, Талгар ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авг. алып Төньяҡ-Көнбайыш, Көнбайыш, Ялан, 2‑се Украина, Алыҫ Көнсығыш һәм 2‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се Украина фронты 53‑сө армия 1‑се гвардия һауа‑десант дивизияһы һауа‑десант сапёр батальоны 7‑се гвардия бүлеге сапёры гвардия ефрейторы Б. 1944 й. 5 нояб. Тисасёллёш ҡ. (Венгрия) янында Тиса й. аша сыҡҡанда һәм уң яр плацдармын һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. 24 июнендә Мәскәү ҡ. Еңеү парадында ҡатнаша. 1948 й. алып Ҡаҙаҡ ССР‑ы Алма‑Ата өлкәһе Или районы МТС‑ында, 1963—83 йй. Талгарҙың янғын һүндереү часында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. Ейәнсура районы Иҫәнғол а. һәм Талгар ҡ. урамдарға Б. исеме бирелгән; уға Иҫәнғол а. Геройҙар аллеяһында һәм Медногорск ҡ. һәйкәлдәр ҡуйылған.

Әҙәб.: Р а ф и к о в З. По наказу отца//Славные сыны Башкирии. Кн. 3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023