Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕКЕТОВ Василий Семёнович

Просмотров: 1021

БЕКЕТОВ Василий Семёнович (25.3.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Андреев утары — 18.9.1991, Салауат ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. июленән Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия армияһы 57‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 170‑се гвардия уҡсылар полкының уҡсылар взводы командиры гвардия өлкән сержанты Б. 1944 й. 20 июнендә Любомль ҡ. (Украина ССР‑ы) көнбайыштараҡ Көнбайыш Буг й. һәм 1 августа Магнушев ҡ. (Польша) янында Висла й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Көйөргәҙе районы Күмертау ҡасабаһында төҙөлөш‑монтаж идаралығында, 1950 й. алып Ишембай ҡ. Салауат ҡасабаһында (хәҙер Салауат ҡ.) Салауат автомобилдәр ремонтлау заводында, 1953 й. — Чкалов өлкәһе Ҡыуандыҡ районында МТС‑та, 1957 й. — Йомағужа районы Подгорный а. ремонтлау‑техник станцияһында, 1961 й. — шул уҡ райондың “Красный маяк” колхозында, 1964—86 йй. Салауат ҡ. предприятиеларында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. Салауат ҡ. Б. исеме менән урам аталған, “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында уға иҫтәлекле плита, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Күгәрсен районы Воскресенск а. Герой исемен мәктәп, Мораҡ а. урам йөрөтә, Дан аллеяһында уға һәйкәл ҡуйылған.

  Әҙәб.: Е р а н о с ь я н В. Пламя души //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.02.2024